Агиш Сагит

Агиш Сагит

Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы (25 декабрь 1904 — 21 май 1973) — башҡорт яҙыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡортостандың  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1975), 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1943 йылдан — КПСС ағзаһы.

1905 йылдың 19 ғинуарында хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Александровка районының Иҫәнгилде ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.

1917—1919] Ырымбур ҡалаһында «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый, 1919 йылда ауырып, үҙ ауылына ҡайта һәм күрше Юлдаш ауылындағы II баҫҡыс мәктәпкә керә.

1921 йылда Ырымбурға барып, Башҡорт педагогия техникумына  уҡырға инә.

1925 йылда комсомолдың өлкә комитеты органы «Башҡортостан йәштәре» газетаһына секретарь итеп алына.

«Белем» журналында «Ауыл дауылда» тигән тәүге шиғыры баҫыла.

1932 йылдан башлыса проза жанрында эшләй.

1932 йылда С. Агиш Башҡорт педагогия институтының  тел һәм әҙәбиәт  факультетының киске бүлегенә уҡырға инә.

1934 йылда, институттың II курсын тамамлап, уҡытыусы булып китә. Сермән, Дәүләкән педучилищеларында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта.

1939 йылда Өфөгә килеп, Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында башҡорт әҙәбиәте методикаһы буйынса ғилми эшмәкәр булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы  башланғас, ул Ғафури районында ике йыл Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып эшләй.

1943 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына һайлана. Өфөгә ҡайта, Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй.

1949—1951 йылдарҙа С. Агиш «Әҙәби Башҡортостан  журналында мөхәррир була.

1973 йылдың 21 майында вафат була.

Үлгәндән һуң 1975 йылда Салауат Юлаев  исемендәге республика премияһы бирелә. Башҡорт, урыҫ, татар, мари телдәрендә яҙыусының иллегә яҡын китабы баҫылып сыҡҡан. Оҙаҡ йылдар Сәғит Агиш Өфө ҡала Советы депутаты була. Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының 1974 йылдың 23 ғинуарындағы ҡарары менән Совет районындағы Полярная урамы уның исеме менән атала. Сәғит Агиш йәшәгән Карл Маркс урамындағы 57-се йортҡа таҡтаташ ҡуйылған. Ғафури районы  Сәйетбаба ауылындағы ул эшләгән мәктәп бинаһында таҡтаташ бар. Башҡорт яҙыусыһы Сәғит Ишмөхәмәт улы Агишевтың ҡәбере Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында.

Китаптары: «Беҙҙең көлөү» (1928), «Шартына килһен» китабындағы әҫәрҙәре (1933), «Шартына килһен», «Ялағай»,«Ғәләмшә бурылы»,«Сафиулла илай», «Тәпән», «Микрофон», «Һуңғы мәйеттәр», «Атлы Илмырҙа» (1942),«Әхмәдулла» (1944), «Фронтҡа» (1944), «Минең өс айым» (1944),«Ерәнсәй».

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb