Кәбир Аҡбашев — яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе.
Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы 1932 йылдың 10 мартында Ғафури районы Биҙәүләт (Яңы Заһит) ауылында тыуған. Күрше Сәйетбаба ауылындағы урта мәктәпте тамамлай. Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала.
Хеҙмәт юлын колхозда, унан һуң, Ғафури районы Яугилде мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Совет армияһында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, «Коммунизм байрағы» район гәзитендә тәржемәсе булып эшкә урынлаша. 1963—1976 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Знамя коммунизма» гәзитендә баш мөхәрир урынбаҫары, ҡала радиокомитеты директоры булып эшләй.
1977 йылда Стәрлетамаҡ химия заводында ижади командировкала була, шул ваҡытта экология темаһына драма әҫәрҙәре ижад итә. 1990 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялары лауреаты.