Бурзянцев Александр

Бурзянцев Александр

Александр Бурзянцев – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.
Александр Данилович 1928 йылдың 19 октябрендә Йылайыр районының Ново-Преображенск ауылында контора хеҙмәткәре һәм ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. Утыҙынсы йылдарҙа атаһы һис ғәйепһеҙ ҡулға алына, ә 1943 йылда Сталинград эргәһендә һуғышта һәләк була. Әсәһе өс баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Александр живопись менән тәүге тапҡыр, фронтовик рәссам Константин Ляпкин менән осрашыу һөҙөмтәһендә, ун ете йәшендә таныша. Уның кәңәше менән Пенза художество училищеһына уҡырға инә, тамамлағас, Йылайыр районында рәсем уҡытыусыһы булып эшләй, һуңынан Өфөгә күсеп килә һәм бында рәссамдың таланты тулыһынса асыла. Хәҙер Александр Бурзянцевтың картиналары күп музейҙарҙа – Третьяков галереяһында, Рус музейында урынлаштырылған, ә иң ҙур коллекцияһы – Өфөләге Нестеров исемендәге Дәүләт художество музейында.
Ул 1997 йылдың майында вафат була. Ғүмеренең һуңғы йылында Александр Данилович “Быймалар – фронтҡа” тигән полотноһын төшөрә һәм уны Йылайыр тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына бүләк итә. Картинаһында рәссам үҫмер сағында Йылайыр районы сәнәғәт комбинатының быйма баҫыу цехында эшләп йөрөгән сағын һүрәтләгән.
Тыуған яғында танылған рәссам тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайҙар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb